Класс сәғәте "Башҡорт теле - иманлы тел"

Декабрь 6, 2021 Просмотров: 104
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.
Бөгөн Көҙән мәктәбендә “Башҡорт теле - иманлы тел” темаһы аҫтында класс сәғәттәре үтте. Дәрестә күренекле мәғрифәтсе М. Аҡмулланың "Нәсихәттәр" шиғыры файҙаланылды:
Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!"- тигән менән эш бөтмәйҙер,
"Иман шарты"н өйрәнмәһә - Иван, тигән.
Уҡыусылар М. Аҡмулланың томошо, эшмәкәрлеген өйрәнеп, туған телде һаҡлау юлдары тураһында фекер алышты. "Иманлы кеше ниндәй була?" тигән темаға әңгәмә ҡорҙолар.