8 февраля- День юного Героя-антифашиста

Февраль 8, 2022 Просмотров: 30
8 февраль - йәш герой-антифашистарҙы иҫкә алыу көнө.
Ошо уңайҙан Көҙән урта мәктәбендә батырлыҡ дәрестәре үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең йәштәштәре булған герой пионерҙар менән танышты, ниндәй батырлыҡтар эшләүҙәре, нисек үҙҙәрен ҡорбан итеүҙәре тураһында белде. Балалар еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индергән кескәй батырҙар тураһында видеофильмдар, китаптар ҡаранылар: "Партизанка Лара", "Шла на фронт девчонка", "Атайҙар менән бер сафта" һ.б.