5 октябрь Көҙән мәктәбендә Уҡытыусылар көнөнә арналған саралар үтте: үҙидара көнө иғлан ителеп, 9-сы класс уҡыусылары дәрестәр бирҙе. Дәрестәр бөткәс, байрамға арналған линейка ойошторолдо. Һәр класс концерт номерҙары күрһәтте, ә 6-сы кластар һәр укытыусыға ҡотлау открыткалары бүләк итте.